Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2021, 07:30

Фанера-плитә комбинатында янғын сыҡҡан

Икенсе ҡаттың 100 квадрат майҙанында әҙер продукцияға ут тоҡанған.

Бөгөн иртән Рижская урамында урынлашҡан “Өфө фанера-плитә комбинаты”йәмғиәтендә янғын сыға. Ҡотҡарыусылар килгәндә икенсе ҡаттың 100 квадрат майҙанында әҙер продукцияға ут тоҡанған була - ДВП-лар яна.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндереү юғары янғын категорияһы буйынса алып барыла. 12 кеше эвакуацияланған, зыян күреүселәр юҡ.
Янғын менән көрәшкә 20 берәмек техника һәм 68 кеше йәлеп ителгән. Атмосфера һауаһы торошон тикшереү маҡсатында БР Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте лабораторияһы эш башлаған.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара, ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов килгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйына баш идаралығынан.
Читайте нас