Православие динен тотҡандарҙың тағы бер мөһим байрамы етеп килә – Крещениела һыу инеү.
Был көндә мәкегә сумыусыларҙың хәүефһеҙлеген 1067 ҡотҡарыусы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тәьмин итәсәк. Дин тотҡандар өсөн 74 купель әҙерләнгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
– Хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик мөһим. Һыуға ингән урын уңайлы булырға тейеш, руханиларҙы саҡырырға, палаткалар әҙерләргә, ҡайнар сәй ойошторорға кәрәк. Бында муниципалитет башлыҡтары яуаплы, һеҙ кешеләр өсөн нормаль шарттар булдырырға тейешһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе был эшкә яуаплы итеп Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинды тәғәйенләне.