Хәүефһеҙлек
19 Января 2021, 12:30

"Торба таҙартыусы", имеш...

Ошо ханым һеҙгә лә таныш тойолмаймы: былтыр был 31 йәшлек ҡатын кәмендә һигеҙ әбейҙе төп башына ултыртҡан. Уларҙың йәше – 78-ҙән 89-ға тиклем.

Бәләбәй районының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре күптән эҙләгән аферист ҡатынды тотҡандар. Был хаҡта төбәк буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
31 йәшлек ҡатын республиканың ҡала һәм райондары буйлап “сәйәхәт” иткән, вентиляция таҙартыу сәбәбе менән оло йәштәге ҡатындарҙың йортона инеп, уларҙы талап йөрөгән.
Мәғлүм булыуынса, былтыр июлдән декабргә тиклем мутлашыусы ҡатын кәмендә һигеҙ әбейҙе төп башына ултыртҡан. Уларҙың йәше – 78-ҙән 89-ға тиклем.
Дөйөм зыяндың күләме – 47 мең һум тирәһе.
Йүнһеҙ ханым Октябрьский ҡалаһында – өс, Шишмә районында, Нефтекамала, Бәләбәйҙә икешәр оло кешенең аҡсаларын урлап ҡасҡан.
Әлеге ваҡытта уға ғәйепләү иғлан ителгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт схемаһын билдәләгән. Асыҡланыуынса, ҡатын оло йәштәге пенсионерҙарға килеп, үҙен вентиляция системаһын таҙартыусы булараҡ таныштырған, унан каналдарҙы тикшерә башлаған.
Һөйләшеү барышында “диагноз” ҡуйған: торбаларҙы тиҙ арала таҙартырға кәрәк, сөнки был фажиғәгә килтереүе ихтимал.
Ҡоттары осҡан пенсионерҙар ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйған, аҡса биргән. Суммалар өс меңдән ун меңгәсә булған. “Торба таҙартыусы” иһә тиҙҙән барыһын да еренә еткерергә вәғәҙә биреп, сығып киткән, әлбиттә, бынан һуң уны бер кем дә башҡаса күрмәгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре аферист ханымды тотҡас, ул насар ҡылығын “өс бәләкәй баланы ашатырға кәрәк, шуға енәйәткә барҙым” тип аңлатҡан.
Мутлашыусы ханым күрше Татарстан биләмәһендә лә енәйәти эҙ ҡалдырған тигән күҙалауҙар бар.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы
Читайте нас