Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2021, 11:30

Бәлә электр ҡорамалынан сыҡҡан

Әлшәй районының Мечников ауылында ҙур фажиғә

Әлшәй районының Мечников ауылындағы ике фатирлы торлаҡ янып китеп, 69 йәшлек ҡатын һәләк булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, фажиғә 19 ғинуар кис теркәлгән.
"Ут 7-гә 14 метрлыҡ бер ҡатлы кирбес йорттоң бер бүлмәһенең стеналарын эштән сығарған", тип аңлатма биргәндәр ведомствонан.
Янғын урындағы янғын командаһы көсө ярҙамында баҫылған. Утты һүндереп йөрөгән мәлдә ҡатын кәүҙәһен тапҡандар.
Ут төҙөк булмаған электр ҡорамалынан сыҡҡан тип фаразлана. Фажиғәнең сәбәптәре, хәл-ваҡиғалар тикшереләсәк әле.
Йыл башынан Башҡортостанда 333 янғын теркәлгән, уларҙа 19 кеше һәләк булған.
Ҡышҡы осорҙа йылытыу ҡорамалдары менән бик һаҡ булыу, өйгә янғын иҫкәртеүсе ҡоролманы мотлаҡ ҡуйҙырыу кәрәклеген йәнә берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Фото:gorobzor.ru
Читайте нас