Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2021, 09:00

Тәҙрәнән һикергән...

Инорс биҫтәһендә 47 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Фажиғәле хәл Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә теркәлгән. Ун ҡатлы йорттоң тәҙрә төбөндә бер ҡатындың үле кәүҙәһе табылған. Йәнһеҙ кәүҙәне үтеп барыусылар күреп, полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм аҡ халатлыларҙы саҡыртҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәткәрҙәренә ҡатындың үлемен генә раҫларға тура килгән. Асыҡланыуынса, зыян күреүсе фатирының тәҙрәһенән һикергән. Уға 47 йәш һәм психиатрҙа күңел төшөнкөлөгө буйынса иҫәптә торған.
Вафат булыусының кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына тапшырылған, үлем осрағы буйынса сәбәптәре асыҡлана.
Фото: "КП"
Читайте нас