Хәүефһеҙлек
21 Ғинуар 2021, 16:45

Өфөлә көслө янғын булды

Зыян күргән граждандарҙы 24-се мәктәпкә ваҡытлыса урынлаштырғандар. Улар өсөн йылы аш һәм сәй ойошторолған.

Бөгөн Өфөнөң Бәләкәй урман заводы урамы, 14 Б адресы буйынса урынлашҡан йортта көслө янғын теркәлде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 800 квадрат метр майҙанды биләгән ут һүндерелгән. Ваҡиға урынына 42 кеше һәм 14 берәмек техника йәлеп ителгән. Йорттан 25 кеше эвакуацияланған, уларҙың етеһе - балалар.
Мәғлүм булыуынса, йортта 56 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 14 бала. Зыян күргән граждандарҙы 24-се мәктәпкә ваҡытлыса урынлаштырғандар. Улар өсөн йылы аш һәм сәй ойошторолған. Ваҡиға урынан кешеләрҙе ташыу өсөн ике автобус йәлеп ителгән.
Был янғын осрағы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы планлаштырылған.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ сәбәпле янғын сығыу һәм унда кешеләрҙең һәләк булыу осраҡтары бермә-бер артты. Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙәтегеҙ:
- бинаны йылытыу маҡсатында төҙөк электр йылытыу приборҙарын ғына тотоноғоҙ;
- электр селтәрҙәренең ҡыҙыуынан һаҡланығыҙ, бер розеткаға бер нисә энергия тотоноусыны тоташтырмағыҙ;
- төнгөлөккә ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡалдырмағыҙ, уларҙы кейем киптереү өсөн файҙаланмағыҙ;
- балаларҙың электр йылытыу әйберҙәре менән уйнауын тыйығыҙ;
- уларҙы ҡорма йәки мебелгә яҡын урынлаштырмағыҙ;
- һыуыҡ ваҡытта мейес ҡыҙмаһын өсөн көнөнә ике-өс тапҡыр 1-1,5-әр сәғәт яндырығыҙ;
- фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында янғын иҫкәрткестәр урынлаштырыу кәрәклеген онотмағыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас