Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Ғинуар 2021, 14:00

Рәмилдең эшенә нөктә ҡуйылды

Бөгөн Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды һигеҙ кешенең ғүмерен ҡыйған егеткә хөкөм ҡарары сығарҙы.

Бөгөн 2019 йылда Забайкалье крайында ҡот осҡос фажиғә ойошторған Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышы хәл ителде: уға хөкөм ҡарары сығарылды.
Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды частә атыш ойоштороп, һигеҙ кешенең ғүмерен ҡыйған егетте 24,5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатырға, тигән ҡарар сығарған.
Унан тыш, суд зыян күреүселәрҙең туғандарына түләнергә тейешле компенсацияларҙың күләмен дә билдәләгән: өлкән лейтенант Пьянковтың яҡындары – 1,3 миллион һум, ҡалғандарҙыҡы – 1,5-әр миллион һум алырға тейешле.
Яралы һалдаттар ҙа компенсация алыу хоҡуғына эйә: Евгений Графов һәм Владислав Шпакка 1,2-шәр миллион һум түләү ҡаралған.
Судья түбәндәгене иғлан иткән: "Шәмсетдинов Рәмил Сәлимйән улын енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип билдәләргә. Ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк язаны 24 йыл 6 ай тип тәғәйенләргә”.
Әйтергә кәрәк, был аяныслы ваҡиға йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы, армиялағы “бабайсылыҡ” проблемаһының көнүҙәклеген тағы берҙе иҫкәртте, һигеҙ кешене үлтергән Рәмил Шәмсетдиновты яҡлаусылар ҙа табылды.
Фото: tass.ru
Читайте нас: