Өйләнешкәнһең икән, матур итеп йәшә лә йәшә бит... Юҡ шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ғаилә фажиғәләре артты.
Тәтешле районынан бер пар үҙ-ара низағҡа килеп, үлтерешкә тиклем барып еткән. Хәл былайыраҡ була. 19 ғинуарға ҡарай ирле-ҡатынлы табын ҡора. Унда иҫерткес эсемлектәр ҙә була. Эсеп алған икәү көнләшеү сәбәпле талашып китә. 36 йәшлек ир ҡатынына дәғүәләрен белдерә башлай. Имеш, йәмәғәте һуңғы көндәрҙә өйөнә ҡайтмаған. Талаш һуғышҡа әйләнә. Ир ҡатынын туҡмап ташлай: тәүҙә ҡулдар, аҙаҡ аяҡтары менән. Тик бының менән дә тынысланмай һәм балта менән сүкешкә йәбешә. Улар менән дә туҡмағас, ҡатын алған йәрәхәттәренән һәләк була.
Иртәгәһенә ир әсәһе янына бара, ә ул улының кейемендә ҡан таптары күрә һәм полицияға хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡсылары меҫкен ҡатындың кәүҙәһен таба ла. Һорау алыу барышында ир ғәйебен таный.
“Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан, экспертизалар билдәләгән, шаһиттарҙан һорау алына. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уны һаҡ аҫтына ултыттылар, енәйәт эше ҡуҙғатылды”, – тинеләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.