Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдад үҙәгендәге баҙарҙа – Таяран майҙанында ике террорсы үҙ-үҙен шартлатҡан. Һөҙөмтәлә әлегә 31 кешенең һәләк булғаны билдәле, шулай уҡ ауыр хәлдәгеләр ҙә күп.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 73 кеше яраланған. Террорсылар яуыз ниәттәрен көндөҙ, халыҡ күп ваҡытта, тормошҡа ашырған.
Ираҡтың Хәрби көстәр баш командующийы генерал-майор Яхъя Рәсүл Абдулланың матбуғат хеҙмәте секретары аңлатыуынса, хәрбиҙәр эҙәрлекләп килгән саҡта террорсылар үҙҙәрен шартлатҡан. Әлегә теракт өсөн яуаплылар билдәһеҙ.