Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, таңға ҡарай Учалы районының Ҡобағош ауылында йорт янған. Миндәк ауылынан утты һүндереүгә янғын һүндереүселәр караулы килеп еткәндә, ут тулыһынса йортто ялмап алған була. Янғын һүндереүселәр "ҡыҙыл әтәс"те тулыһынса ауыҙлыҡлағас, 59 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Әле фажиғәғәнең сәбәптәре тикшерелә, осраҡ буйынса тикшереү бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын республикала янғын осраҡтары теркәлә, унда кеше ғүмерҙәре өҙөлә.
Ҡышҡы осорҙа йылытыу ҡорамалдары менән бик һаҡ булыу, өйгә янғын иҫкәртеүсе ҡоролманы мотлаҡ ҡуйҙырыу кәрәклеген йәнә берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ут менән шаярмағыҙ.
Фото:БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы сайтынан.