Хәүефһеҙлек
22 Ғинуар 2021, 11:30

Иғтибар, рейдтар башлана!

Был иҫкәртеү водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә ҡағыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәре етһә, юлдағы фажиғәләр һаны бермә-бер арта. Уларҙы иҫкәртеү өсөн ЮХХДИ инспекторҙары был ялдарҙа республика юлдарында рейдтар үткәрәсәк. Тимәк, ДПС экипаждары һаны артасаҡ. Был турала Башҡортостандың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдерҙе.
“Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошоноң кеүек иҫкәртеү саралары үткәреү юл хәленә ыңғай йоғонто яһай. Транспорт ағымында иҫерек водителдәрҙе һәм башҡа ҡағиҙә боҙоусыларҙы, юл хәрәкәте ҡатнашыусыларын хәүефкә дусар итеүселәрҙе асыҡларға ярҙам итә”, - тине ул.
Әйткәндәй, бындай рейдтар Яңы йыл байрамдары осоронда ла әүҙем үткәрелгәйне. Тәртип боҙоусыларҙы водителдәр араһынан да, йәйәүлеләр араһынан да асыҡланылар. Эйе, был рейдтар йәйәүлеләргә лә ҡағыла, сөнки улар тапалыуҙарында үҙҙәре лә ғәйепле була.
Ялдар имен үтһен, бөтәбеҙ ҙә өйҙәребеҙгә иҫән-һау ҡайтып етәйек!
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас