– Өлкәндәр ғәмәлдәренә беҙҙең балаларҙы йәлеп итергә тырышыу ата-әсәгә оҡшамай. Мин, балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм ете бала әсәһе булараҡ, был хәүефләнеүҙе аңлайым. Тап ата-әсә балаларының ғүмере һәм һаулығы өсөн яуап тота, шуға күрә бер кемдең дә беҙҙең балаларҙы хәүефле ғәмәлдәргә саҡырырға, беҙҙең ғаиләләр тормошона тығылырға хоҡуғы юҡ. Әгәр беҙҙең балалар менән берәй хәл булһа, тик ата-әсә яуап бирәсәк. Ғөмүмән, беҙҙең балаларҙы закон боҙорға саҡырыу ҡәтғи сикләнергә тейеш. Беҙгә балаларыбыҙҙы сит манипуляцияларҙан яҡларға кәрәк, – тине ул.