Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәре етһә, республика юлдарында үлемесле авариялар һаны арта. Айырыуса, һауа торошо боҙолған саҡта. Ял көндәрендә беҙҙе ниндәй һауа торошо көтә? Аварияларҙан нисек ҡасырға? Был турала мәғлүмәттәр һәм кәңәштәр менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре уртаҡлаша.
Алдағы ике тәүлектә республика биләмәһе циклон йоғонтоһо аҫтында буласаҡ. Ҡар яуасаҡ, ул епшек ҡарға һәм ямғырлы ҡарға әйләнәсәк. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, еүеш ҡарҙың сымдарға һәм ағастарға йәбешеүе көтөлә. Юлдарҙа тайғаҡ буласаҡ һәм ҡар ятасаҡ.
23, 24 ғинуарҙа көнсығыш райондарҙа иртәнге ваҡытта һауа температураһы 32 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.
Машинағыҙ тәгәрмәсендә ҡышҡы резинаны ваҡытында алмаштырығыҙ. Әлбиттә, һәр осраҡта, яңыртыу ваҡыты төрлөсә. Дөйөм кәңәш шундай: резина арзан түгел һәм дөрөҫ һаҡланған икән, уны биш йылдан һуң алмаштырырға кәрәк.
Юлға сығыр алдынан “дворник”тарығыҙҙы боҙҙан таҙартырға йыбанмағыҙ. Әгәр хәрәкәт ваҡытында ҡар йәбешһә, туҡтағыҙ, дворниктар, тәҙрә һәм көҙгөләрҙе таҙартығыҙ.
Тайғаҡ ҡышҡы юлдағы юғары тиҙлек трассанан осоп сығыу һәм ауыу менән ҡурҡыныс. Быны барыһы ла белә, тик бөтәһе лә үтәмәй. Тиҙлек һәр ваҡыт юл хәленә ҡарап һайланырға тейеш.
Коллея һәр ваҡыт хәүеф тыуҙыра. Әгәр уны алдығыҙҙа күреп ҡалһағыҙ, коллея машина тәгәрмәстәре араһында ҡалырлыҡ итеп үтергә тырышығыҙ. Ә унда барып эләкһәгеҙ, рулде тегеләй-былай борғоламағыҙ. Уны тура тотоғоҙ һәм тиҙлекте кәметегеҙ.
Насар һауа шарттарында йыш осраған проблема булып тайғаҡ юлда тайып китеү тора. Киҫкен хәрәкәттәрҙән ҡасығыҙ. Ныҡ итеп газға йәки тормозға баҫырға ярамай, рулде лә борғоламағыҙ. Өҙөклөктәр менән тормоз тоторға өйрәнегеҙ. Алғы, артҡы һәм тулы приводлы машиналар тайып киткән саҡта эш итеү алгоритмдары төрлө.
Әгәр артҡы приводлы машинаның акселератор педаленә баҫҡан саҡта ул тая башлаһа, шунда уҡ газды ташлағыҙ. Боҙло урындан төшөп барғанда машина двигателе менән тормоз тота башлаһа һәм артҡы яғын ситкә алып китһә, ипләп кенә газға баҫырға һәм юғары тапшырыуға күсергә кәрәк. Был ваҡытта рулде тайып киткән яҡҡа борорға кәрәк.
Алғы приводлы машина булғанда, тайып киткән саҡта шунда уҡ газ педаленә баҫырға һәм түбәнге тапшырыуға күсергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта рулде тайыу яғына борорға. Ошолай иткәндә, машина кире тигеҙ хәленә ҡайтырға тейеш.
Тулы приводлы автомобилдә иң ауыры. Ни бары ипләп кенә рулде тайыу яғына борорға кәрәк. Газ педаленә теймәгеҙ, быға тиклемге торошо һаҡланһын.
Машинағыҙҙың приводы ниндәй генә булмаһын, тайып киткән саҡта ҡул тормозына (ручникка) бөтөнләй теймәгеҙ.