Һауа температураһы үҙгәрештәре күҙалланыуға бәйле, баш ҡала хакимиәте граждандарҙы торлаҡ йорттар һәм башҡа ,биналар эргәһенән үткәндә һаҡ булырға, уларҙан ҡар йә боҙ шыуып төшөү ихтималлығы барлығын иҫкәртә.
Ысынлап та, ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтар һәм ҡар өйөмдәре кешеләрҙең һаулығына һәм ғүмеренә етди хәүеф менән янай. Уларҙы ваҡытында таҙартыу бәлә-ҡазанан ҡотҡара, шуға күрә Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре йорт, балкон һәм подъезд ишеге ҡыйыҡтарын ваҡытында таҙартыу өсөн барлыҡ сараларҙы күрә. Көн һайын ошо эш менән баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь тармағындағы 400-ҙән ашыу хеҙмәткәр мәшғүл.
Ҡала хакимиәте тағы берҙе иҫкәртә: ҡыйыҡтарынан ҡар һәм боҙбармаҡтар төшөү ихтималы булған биналар эргәһенән үтмәҫкә тырышығыҙ, балаларҙы ла ундай урындарҙа йөрөүҙән тыйығыҙ.
Әгәр ҙә ҡар төшөү ихтималлығын иҫкәрткән яҙма йә сикләү күрһәгеҙ, урап үтегеҙ. Автомобилде ҡуйғанда ла иғтибарлы булығыҙ: өҫтөнә ҡар йә боҙ төшөрлөк булмаһын.
Әгәр ҙә кеше һаулығына һәм ғүмеренә янаған хәүефле боҙбармаҡтарҙы йә ҡыйыҡтарҙағы ҡар өйөмдәрен күрһәгеҙ, үҙегеҙҙең идарасы компанияға мөрәжәғәт итеү фарыз. Шулай уҡ баш ҡаланың Торлаҡ хужалыҡы идаралығының үҙәк диспетчер хеҙмәтенә лә шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 235-48-00.
Унан тыш, Өфө ҡалаһы хакимиәте төрлө форма милек хужаларын бөгөн, 23 ғинуарҙа үткән “Иғтибарлы булығыҙ, ҡар!” республика акцияһында ҡатнашырға һәм ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһенә етди ҡарарға саҡыра. Был талап үтәлмәгән осраҡта административ яза ла ҡаралған.