23 ғинуарҙа кистән Ғафури районында Красноусол-Талбазы автомобиль юлының 22-се километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы була.
48 йәшлек Ғафури районы кешеһе "Toyota Land Cruiser" автомашинаһында китеп барғанда 50-55 йәштәрҙәге әлегә кем икәнлеге билдәһеҙ кешене бәрҙерә. Ир ваҡиға урынында йән бирә. Водитель белдереүенсә, ул кеше юлда ятҡан булған. Әле тикшереү эштәре алып барыла, мәрхүмдең шәхесе асыҡлана.
Бөгөн ҡотҡарыусылар иҫкәртеүенсә, йәнә һауа торошо боҙола. Буран сыға, юлдарға көрт һаласаҡ, боҙлауыҡ та көтөлә. Шуға күрә юлда айырыуса иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡларға тәҡдим итәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә өйҙәребеҙгә имен ҡайтып етәйек.