Бөгөн “Өфөоргсинтез” йәмғиәтенең заводында көслә янғын теркәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, ҡотҡарыусылар кис менән 19.20 сәғәттә Өфө ҡалаһының Бөрө трактындағы сәнәғәт зонаһында янғын сығыуы тураһында хәбәр алған.
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы буйынса “Граждандарҙы яҡлау идаралығы” учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 235-се газды бүлеү бүлегендә резервуарҙағы йөй зыян күргән. Ут тоҡанған мәлдә ЦКУ-ла 18 кеше булған, машина залында – 25 кеше. Бензин, яғыулыҡ биреү туҡтатылған.
“Резервуарҙың йөйө боҙолоуға бәйле газды ташлау өсөн тәғәйенләнгән метан-водород фракциялы 20 һәм 25 кубометр күләмендәге ике һауытта ут тоҡана. Бер һауыт ватылған, икенсе һауыттан газ 10-15 метр бейеклектәге ялҡын булып яна”, – тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Янғынға дүртенсе ауырлыҡ дәрәжә бирелгән. Ваҡиға урынында “Роснефть” һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы лабораториялары эшләй. Ут менән 127 кеше һәм 44 берәмек техника көрәшә.
Әлегә билдәле булыуынса, бер кеше һәләк булған, зыян күргән бер кешене “ашығыс ярҙам” машинаһында токсикология бүлексәһенә алып киткәндәр.
Ҡайһы бер ватсап чаттары буйлап ҡаланың Черниковка биҫтәһендә йәшәгәндәрҙе эвакуациялау бара тигән фейк яңылыҡ таралды. Хәл тулыһынса контролгә алынған, тотороҡло, урындағы халыҡҡа хәүеф янамай, ялған мәғлүмәттәргә ышанмағыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фейк мәғлүмәт таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Язаһы ҙур, йә 700 мең һумға тиклем штраф, йә өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
- "Өфөоргсинтез"да янғын локалләштерелде. Уттың таралыу хәүефе юҡ. Оператив хеҙмәттәр күрше ҡорамалдарҙы һыуыта. Көстәр етерлек. Урында экологик мониторинг алып барыла, махсус штаб эшләй, - тине "Башнефть" ойошмаһы матбуғат хеҙмәте.
Хәл тулыһынса контролгә алынған, тотороҡло.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.