Туймазы районындағы ял базаһында 2020 йылдың декабрь аҙаҡтарында бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән - 46 йәшлек ҡатын һәләк булған.
Ял итеүсе тауҙан канат юлынан төшөп килгәндә ағасҡа бәрелә. Бәрелеү шул тиклем көслө була - уны ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Медицина ярҙамы күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе өс тәүлектән һуң үлә.
Хәҙерге мәлдә ваҡиға булған урында фажиғә сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тәфтиш-оператив саралар үткәрелә.Тикшереү барышында базаның етәкселегенә, хәүефһеҙлек өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәргә хоҡуҡи яҡтан баһа биреләсәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.