Республиканың Тәфтиш комитеты Өфөлә, төҙөлөштә булған фажиғәгә бәйле енәйәт эше асҡан. Мәғлүм булыуынса, 27 йәшлек монтажлаусы ҡала үҙәгендә төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы йорттоң 16-сы ҡатынан ҡолап төшөп һәләк булған.
Алған тән йәрәхәттәренән йәш ир урында уҡ һәләк булған. Тәфтишселәр фекеренсә, был хәлдә подрядчик ғәйепле, сөнки эш урынында тейешле хәүефһеҙлек саралары күрелмәгән.
Енәйәт эше 216-сы статьяның 2-се бүлеге буйынса ҡуҙғатылған. Был төҙөлөш эштәре алып барғанда хәүефһеҙлек сараларын боҙоу һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтереү осрағына ҡағыла.
– Ойошма-подрядчик тарафынан хәүефһеҙлек саралары күрелмәгән, төҙөлөп ятҡан йорттоң 16-сы ҡатында һаҡлаусы кәртәләр һәм хәүеф ихтималлығын иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйылмаған, һөҙөмтәлә был фажиғәгә килтергән, - тип белдерәләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта хәлдең үҙенсәлектәре асыҡлана, шаһиттарҙан һорау алына. Компанияның документтары тикшерелә.