Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Ғинуар 2021, 21:30

Аварияла 12 кешенең ғүмере өҙөлдө...

Был ваҡиға шаһиттары белдереүенсә, йөк автомобиле идараны юғалта һәм маршрут автобусына, еңел машинаға бәрелә.

Кисә Һамар өлкәһенең Сызрань районында ҡот осҡос авария булды – йөк автомобиле, маршрут автобусы һәм еңел автомобиль бәрелеше һөҙөмтәһендә 12 кешенең ғүмере өҙөлгән, 12 кеше йәрәхәттәр алған, тағы ла биш кеше реанимацияла.
Әлегә аварияла вафат булғандарҙың исемлегендә А. Мингазова (52 йәш), А. Тагиев (41 йәш), С. Бухвалов (48 йәш), Е. Сорокина (42 йәш), В. Семьянов (50 йәш), А. Шебаршев (23 йәш), С Осокин (39 йәш), И. Ильин фамилиялары билдәле. Тағы ла дүрт кешенең шәхесе асыҡланмаған.
Һәләк булған кешеләрҙең унауһы Ульяновск өлкәһенән, шуға күрә лә Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов 31 ғинуарҙы матәм көнө итеп иғлан итте.
– Беҙҙең өлкә хәсрәттә. Булған авария – барлыҡ Ульяновск өлкәһе халҡы өсөн оло ҡайғы. Беҙ һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең бөтәһенә лә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Уларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, – тип белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, М5 трассаһының Сызрань районы участкаһында Мәскәү ваҡыты менән 18.20 сәғәттә “Citroen” маршрут автобусы, “DAF” йөк автомобиле һәм “Chevrolet Niva” бәрелешә. Был ваҡиға шаһиттары белдереүенсә, йөк автомобиле идараны юғалта һәм маршрут автобусына, еңел автомобилгә төкөлә. Автобус Сызрань районынан Ульяновский өлкәһенә юлланған булған.
Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эйе, ғәйеплеләр язаһын алыр ҙа ул, тик өҙөлгән ғүмерҙәрҙе, яҙмыштарҙы бер нисек тә ҡайтарып булмай. Һамар өлкәһендә зыян күргәндәрҙең оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Һамар өлкәһе буйынса баш идаралығынан.
Читайте нас: