Башҡортостан юлдарында бөгөн һәм ял көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдтар үткәрә. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу һәм иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелә.
Водителдәр! Юлға сыҡҡас, бар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәңәш итәбеҙ. Бынан һеҙҙең һәм башҡа кешеләрҙең ғүмерҙәре һәм һаулығы тора! Тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ дистанция һаҡлағыҙ. Алкоголле эсемлектәр эскәндән һуң рулгә ултырырға ярамауы тураһында әйтеп тороуы ла артыҡ кеүек.
Был рейдтарға аңлап ҡарарға кәрәк, барыһы ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк!