Балаҡатай районының Ҡаранторау ауылында фажиғә теркәлә – 80 йәшлек ир янып үлә. Янғын һүндереүселәр бер ҡатлы ағас йортҡа ҡабынған утты тиҙ һүндерәләр, әммә йорт хужаһын ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.
Яңғыҙ йәшәгән оло кешенең йортона льготалы программа буйынса янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған була, тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ул сигнал бирмәй. Күршеләре фекеренсә, йорт хужаһы өй эсендә тәмәке тартҡан һәм ҡулайлама эшләмәһен өсөн батарейкаларын алып торған. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан кәңәш итәләр:
Тәү сиратта, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаны мотлаҡ йоҡо бүлмәһенә ингән ерҙә ҡуйылырға тейеш. Мәҫәлән, коридор, ингән урын йәки зал. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәһенә урынлаштырыу кәңәш ителмәй, сөнки ризыҡ әҙерләгәндәге йәки эҫе һыу быуы арҡаһында иҫкәрткестең эшләй башлауы ихтимал.
Уны ҡуйыу артыҡ мәшәҡәтле түгел — бүлмә түшәменең уртаһына ҡаҙаҡ ярҙамында беркетелә. Ике яҡлы скотч ҡулланырға ярамай!
Даими рәүештә төҙөклөгөн тикшереп тороу зарур: иҫкәрткестәрҙең ҡайһы бер төрҙәрендә махсус индикатор бар, икенселәренә сигналды тикшереү кнопкаһы ҡуйылған.
Хатта иң заманса янғын тураһында иҫкәртеү ҡулайламаһы ла бәлә-ҡазанан тулыһынса йолоп ҡала алмай. Иң һөҙөмтәле һәм файҙалы алым — иҫкәртеү һәм контроль. Үҙегеҙҙән тыш, күршеләрегеҙ тураһында ла онотмағыҙ, бигерәк тә янығыҙҙа тәртипһеҙ тормош алып барған, эскән кешеләр, яңғыҙ пенсионерҙар йәшәһә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.