Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2021, 18:30

Алдаҡсыларҙы ҡайҙа "сәсеп" үҫтерәләр икән?

Тик ул мут әҙәмдәрҙең "ҡойроҡтарына" баҫа алырҙармы - быныһын әйтеүе бик ауыр...

Аферистар һәм алдаҡсыларҙы ҡайҙа “сәсеп үҫтерәләр” икән? Уларҙың мутлығына иҫең китер. Нефтекамала йәшәгән 34 йәшлек ир 600 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Егеткә үҙен инвестиция фирмаһы менеджеры итеп танытҡан кеше шылтырата һәм мул ғына аҡса эшләү мөмкинлеген аңлата. Финанс платформаһына аҡса күсергәндә айына депозит суммаһынан 20 процентҡа тиклем табыш алырға була, йәнәһе. Бер аҙ уйлағандан һуң егет риза була. Тәүҙә 100 мең һум күсерә, аҙаҡ банктан тағы ла аҡса алып, сумманы 400 мең һумдан арттыра. Шул саҡта ғына егет банктан алған аҡсаны нисек ҡайтарыу тураһында уйлана башлай.
Платформаға һалған аҡсаны кире алырға ҡарар итә, тик уға яңы шарт ҡуялар: аҡсаны ҡайтарыу өсөн йәнә 200 мең һум күсерергә кәрәк! Егет менеджерҙың шартын үтәй, тик уға бер тинен дә ҡайтармайҙар. Хәҙер уға банктан алған сумманы проценттары менән бирергә тура киләсәк. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе эҙләй, тик ул мут әҙәмдәрҙең ҡойроҡтарына баҫа алырҙармы - быныһын әйтеүе бик ауыр.
Фото:поисков.рф.
Читайте нас