Хәүефһеҙлек
3 Февраль 2021, 18:45

Ковид-түләүҙәрен тулыһынса алмағандар

Түләүҙе тотҡарлау сәбәптәре төрлө.

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитетында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, профсоюз вәкилдәре һәм Бөрө үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре осрашты. Табиптар ковид-түләүҙәрҙең тулыһынса түләнмәүенә бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ольга Горбацевич әйтеүенсә, әле документтар, атап әйткәндә, пациенттарҙың федераль регистрға индерелеү-индерелмәүе, табиптарҙың эш ваҡыты, ҡағыҙ һәм электрон журналдар тикшерелгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә айырмалыҡтар асыҡланған.
“Беҙ һорауы булған һәр хеҙмәткәр менән шәхсән осрашабыҙ. Түләнергә тейешле, әммә түләнмәгән һәр пациент өсөн яҡын арала аҡса күсереләсәк”, – тине Ольга Горбацевич.
Түләүҙе тотҡарлау сәбәптәре төрлө. Мәҫәлән, ҡануниәткә ярашлы махсус ковид-бригада ойошторолорға тейеш, әммә Бөрөлә бындай бригада төҙөлмәгән. Йәнә пациенттар федераль регистрға 1-1,5 айға һуңлап эләгә, был аҡсаның тотҡарланыуына сәбәпсе була.
Әйткәндәй, был мәсьәлә буйынса тәүге осрашыу Бөрөлә 22 ғинуарҙа булғайны. Ул саҡта “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе хәлде баһалау өсөн урынға барғайны. Ашығыс ярҙам фельдшерҙары уға түләүҙең тулыһынса бирелмәүе тураһында һөйләне, шулай уҡ ярҙамсы станция урынлашҡан бинала тейешле шарттар булмауға зарланды. Бөгөн иһә Рөстәм Әхмәҙинуров бина мәсьәләһенең эҙмә-эҙлекле хәл ителеүе тураһында белдерҙе.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренең түләүҙәр проблемаһын яйға һалыу өсөн 4 февралдә Бөрөгә юллана. Шулай уҡ ошо һорау буйынса дөйөм республика “түңәрәк өҫтәл”ен ойошторорға ҡарар ителде.
Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас