Хәүефһеҙлек
4 Февраль 2021, 14:30

Тәжрибәһеҙ водителдәр арҡаһында 21 кеше һәләк булған...

Республиканың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдереүенсә, былтыр республика юлдарында бөтәһе 3 736 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Республиканың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдереүенсә, былтыр республика юлдарында бөтәһе 3 736 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 454 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 4 636 кеше йәрәхәтләнгән. Аварияларҙың күпселеге юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға (670 осраҡ), автомобилдәр араһында арауыҡты күҙәтмәүгә (352 осраҡ), йәйәүлеләр үткәүелендә ҡағиҙә боҙоуға (283), ҡаршы һыҙатҡа сығыуға (352 осраҡ) бәйле. 1648 осраҡта автомобилдәр бер-береһе менән бәрелешһә, 987 осраҡта йәйәүлеләрҙе төкөткәндәр. Эскән килеш автомобилгә идара итеп һәләк булған водителдәр һаны артҡан - 96 кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай уҡ ошондай яуапһыҙ әҙәмдәр арҡаһында 368 авария теркәлгән, 465 ғәйепһеҙ кеше зыян күргән.
Водитель стажы ике йылдан кәм булған кешеләр тарафынан ҡылынған авариялар ҙа күбәйгән, улар ғәйебе менән 21 кеше һәләк булған, 303-ө төрлө тән йәрәхәте алған.
– Юл-транспорт ваҡиғалары һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәйҙә өсөнсө урында тора. Шул уҡ ваҡытта төбәк юлдар оҙонлоғо буйынса ла алда. Былтыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса бөтәһе 3,8 миллион самаһы административ эш ҡуҙғатылды, уларҙың күбеһе камералар ярҙамында асыҡланған, – тине Динар Ғилметдинов.
Күреүебеҙсә, юлдар хәүефле булыуҙан туҡтамай, унда күпме ғүмер, яҙмыштар селпәрәмә килә. Ҡайҙа ашығыбыҙ һуң? Ҡасан юлдарҙа үлемдәр кәмер? Кем ғәйепле? Рулгә ултырғандар был хаҡта әллә кеше уйланмаймы икән, тигән һорау ҙа тыуа.
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас