Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Февраль 2021, 22:30

Туристар “тотҡонға” эләккән

Канат юлында 16 кеше, шул иҫәптән бер бала була.

Бөгөн "Морат-тау" тау саңғыһы үҙәгендә туристар канат юлында бәләгә тарый. Көндөҙгө өс тирәләрендә, өҫкә күтәреүсе ҡоролманың двигателе эшлектән сығыу сәбәпле, канатка туҡтай. Был ваҡытта оҙонлоғо бер километр тәшкил иткән, 91 кабинанан торған канат юлында 16 кеше, шул иҫәптән бер бала була.
Хәбәр алыу менән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡотҡарыусылары, “Ашығыс ярҙам” бригадаһы инцидент урынына йүнәлә.
Тиҙ арала күтәргес ҡоролмаларҙан барыһы ла эвакуацияланып, йылы бинаға урынлаштырыла. Бәхеткә ҡаршы, көн дә ныҡ һыуыҡ булмай. Бер кем дә зыян күрмәй, медицина ярҙамы талап ителмәй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.
Читайте нас: