Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда республиканың коронавирустан күмәк вакцинациялауға, шулай уҡ миҙгелгә бәйле киҙеүҙең һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияға әҙерлеге тикшерелде.
Кәңәшмәне республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская асты. Ул халыҡтың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәре тураһында һөйләне. 2021 йылдың тәүге айында мөрәжәғәттәр һаны былтырғы ғинуар менән сағыштырғанда икеләтә артҡан.
– Халыҡты әүәлгесә табиптарҙың эшен ойоштороу, дарыуҙар менән тәьмин итеү, коронавирусҡа ҡаршы вакцинация, антиматдәгә тест яһау мәсьәләләре борсой, – тине Елена Прочаковская. – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама ҡалаһынан һәм Мәләүез районынан мөрәжәғәт итеүселәр айырыуса күп булған.
Социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәргә анализ һөҙөмтәһендә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 1 апрелгә тиклем Бөрө бала табыу йортонда ремонт яһау һәм урын-ер ҡаралдыларын алмаштырыу тураһында мәғлүмәт бирергә, шулай уҡ был бина урынында заманса бала табыу йорто төҙөү планын әҙерләргә, Шаран районының Яңы Таулар ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе күҙалларға ҡушты.
– Дөйөм алғанда, республикала 600-700 ФАП һалырға йәки алмаштырырға кәрәк, шуның 90-ы – 2021 йылда, – тине Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, Шаран районында ғына беҙ биш ФАП төҙөйбөҙ.
Төбәк етәксеһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Өфө хакимиәте менән берлектә баш ҡаланың Киров районындағы Аэропорт ҡасабаһында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы күмәк вакцинациялау бурысы тора. Республикала 93 вакцинация пункты асылған. Вакцинаны медицина, мәғариф һәм социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренән тыш, тәү сиратта транспорт, энергетика, хеҙмәттәр өлкәһе вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, вахтасылар, 60 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр һалдырырға тейеш. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша вакцинацияға дүрт меңдән ашыу кеше яҙылған да инде. – Вакцинаны һәр кеше һалдырыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, сиратҡа юл ҡуйырға ярамай! – тине Радий Хәбиров. – Ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр арҡаһында ҡайһы берәүҙәрҙә шик тыуа. Беҙҙең бурыс – прививканың кәрәклеген аңлатыу һәм халыҡтың кәмендә 60 процентын вакцинациялау. Шул саҡта ғына ковидҡа бәйле мәсьәләгә нөктә ҡуя аласаҡбыҙ.
Апрелдә һауа торошо яҡшырыу менән Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын яңыртырға итәләр. Алты автопоезд Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет йүнәлешендә юлға сығасаҡ. Акцияла сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, күсмә флюорографтар һәм маммографтар ҡатнаша.
“Сәләмәтлек сәғәте” аҙағында Башҡортостан Башлығы мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарының эшен, яңы медицина кадрҙарын йәлеп итеү тәртибен тикшерергә, киләһе кәңәшмәлә үлем осраҡтарын кәметеү программаһын тәҡдим итергә ҡушты.
– Илдә һәм донъяла былтыр үлем осраҡтарының артыуы күҙәтелде. Был тенденцияны төҙәтергә кәрәк. Был йүнәлештә бергәләп эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – 2021 йылды Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан итеүебеҙ осраҡлы түгел. Ғүмер өсөн көрәш – бөгөн беҙҙең төп талап.