5 февралдә булған фажиғә тураһында Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар ҡаланың Ленин районына ҡараған Аграр урамынан көндөҙгө сәғәт 2-лә ашығыс саҡырыу ала. Шаһиттар әйтеүенсә, бер ир бәләгә тарыған - уны шәхси йорттоң ҡыйығынан ишелеп төшкән ҡар баҫҡан.
Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡар өйөмө аҫтынан ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһе генә сығарыла һәм табиптарға үлемде раҫларға ғына тура килә. Һәләк булыусы Өфөнән, 57 йәшлек ир. Был хәл ир ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартып йөрөгән мәлдә булған тиелә мәғлүмәттә.
Ҡотҡарыусылар иҫегеҙгә төшөрә: көндәр йылы тороу сәбәпле, ҡыйыҡтарҙа ятҡан ҡар ҡупшып, шыуа башлай, шунлыҡтан йорт янынан үткәндә, өй баштарында эшләгән ваҡытта бик һаҡ булығыҙ, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.