Башҡортостан
+1 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Хәүефһеҙлек
6 Февраль 2021, 22:30
“Үҙегеҙҙе һемәйтергә форсат бирмәгеҙ!”
Был хәүефле телефон номерының тәүге һандарын иҫтә тотоғоҙ...
Күпме әйтәбеҙ, күпме һөйләйбеҙ, һаман да “йөк” үҙ урынында, ҡуҙғалырға уйламай ҙа... Мутлашыусыларҙың телефондан әйткән хәбәренә ышанып, уларҙың һәр теләген үтәгән кешеләрҙе ахмаҡтар рәтенә индерергәме, әллә был бер ҡатлылыҡ һөҙөмтәһеме ?
Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән егеттең телефондан яңғыраған һәр әмерҙе теүәл үтәп, банк иҫәбендә күпме аҡса ятыуын әйтеүе, кредит алырға риза булыуы, 200 мең һумдан ашыу средствоны ят иҫәпкә күсереүе башҡа һыйырлыҡ түгел. Өлкән кеше алданһа, ҡартлыҡ, хәтер тарҡаулыуы сәбәпсе тиер инең... Йәштәрҙе лә бик шәп һемәйтәләр хәҙер. Был хәүефле телефон номерының тәүге һандарын иҫтә тотоғоҙ – 7495.
”Беҙгә көн һайын тиерлек алдашыу ҡорбандарынан ғаризалар килә. Уяу булығыҙ, үҙегеҙҙе алдатырға, ахмаҡландырырға мөмкинлек бирмәгеҙ! Таныш булмаған сит телефон номерҙарынан шылтыратыуҙарҙы ҡабул итмәгеҙ!” - тип иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре.
Фото:UfaTime.ru
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять