Бер тәүлек эсендә республикала ике кешенең ғүмере янғында өҙөлгән.
Бөгөн таңда Иглин районының Верный ауылында ағас йортҡа ут тоҡана. Утты ауыҙлыҡлағас, янғын һүндереүселәр 54 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыға. Асыҡланыуынса, ул йорттоң хужаһы булып сыға.
Ошоға оҡшаш йәнә бер аяныслы хәл Әлшәй районының Айҙағол ауылында ла теркәлгән. Бында ла ағас йортҡа ут тоҡанып, тиҙ арала янып бөтә. Был юлы 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Был ике осраҡ буйынса ла Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Һәр осраҡ буйынса белгестәр шөғөлләнә, янғындың сәбәптәрен асыҡлай. Ведомство һәр кемде ут менән һаҡ булырға, тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: уттың ялы-ҡойроғо юҡ, һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай. Шуға күрә ут менән һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.