Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә аҙна һайын юлдарҙағы авариялар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәлдәр һәм ғәҙәттән тыш осраҡтар ҡарала. Бөгөн республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев бер ни тиклем ыңғай яңылыҡ еткерҙе. Башҡортостанда йыл башынан алып үлемесле авариялар һаны 13 процетҡа кәмегән.
Аҙна статистикаһы шундай: 59 аварияла 89 кеше йәрәхәтләнгән һәм дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Йыл башынан алып иһә 280 авария теркәлгән (былтырғы менән сағыштырғанда 30 процентҡа әҙерәк), 363 кеше йәрәхәтләнгән (27 процентҡа кәмерәк) һәм 41 кеше һәләк булған (13 процентҡа кәмерәк).
Радий Хәбиров белдереүенсә, республикала икенсе йыл рәттән юлдарҙағы үлем осраҡтары кәмей. Был һандарҙы артабан да кәметеү мөһим.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала төрлө сәбәптәр буйынса 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. 97 янғында алты кеше үлгән, 24 кеше ҡотҡарылған. Һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандар юҡ. Туғыҙ кеше бейеклектән ҡолаған, ике осраҡта – Мәләүез һәм Октябрьский ҡалаларында кешеләр үлгән. 1 февралдә “Спорт” станцияһында тимер юл аша үтеп барған ир электр поезынан тапалып үлгән. 4 февралдә Краснокама районында ирле-ҡатынлы мунсала һөрөм газынан ағыуланып, яҡты донъя менән хушлашҡан. Йома көндө Өфөлә шәхси йорттоң ҡыйығы башынан ҡар төшөп, 37 йәшлек ир вафат булған.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ашығыс хеҙмәттәргә 42,5 мең саҡырыу килгән, уларҙың 38 проценты – алдаҡ осраҡтар. Бындай алдаҡ шылтыратыуҙар күберәге Архангел районынан алынған. Радий Хәбиров был кешеләрҙе табып, яза бирергә ҡушты.