Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн дә Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Көнбайыш-Урал төбәк-ара идаралығы начальнигы Сергей Мережко транспорт һәм юл хужалығы тармағында үткәрелгән күҙәтеү саралары тураһында һөйләне.
Былтыр республиканың 18 районында тикшереүҙәр үткәрелгән һәм пассажирҙар ташыу процесын ойоштороуҙа 129 етешһеҙлек асыҡланған, 18 рәсми бойороҡ бирелгән.
– Республика етәксеһенең принципиаль ҡарашы арҡаһында беҙ илдә тәүгеләрҙән булып легаль булмаған ташыусылар менән көрәш башланыҡ, уларҙың легаль булмаған транспортына арест һалабыҙ. Былтыр 200 ошондай рейд үткәрелде, уларҙы үҙаллы ла, ЮХХДИ, Роспотребнадзор, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, таможня органдары һәм башҡа ведомстволар менән берлектә лә ойошторҙоҡ, – тине Сергей Мережко.
Рейдтар барышында пассажирҙар ташыған 1093 транспорт сараһы тикшерелгән. 25 осраҡта лицензияһыҙ эшләү һәм 1346 транспорт ҡануниәтен боҙоу осрағы асыҡланған. 136 пассажир транспортына, шул иҫәптән 29 еңел таксиға арест һалынған һәм уларҙы махсус туҡталҡаға ҡуйғандар.
Сергей Мережко “ларгус”тар һәм “минивен”дар менән легаль булмаған шарттарҙа пассажирҙар ташыуҙы айырым проблема тип атаны һәм быға комплекслы ҡараш кәрәк, тине.
– Пассажирҙар хәүефһеҙлегенән тыш, улар баҙарҙа законлы эшләгән ташыусыларға ҙур финанс зыян килтерә. Бынан тыш пассажирҙарҙы “бордюрҙан” ташыу проблемаһы бар. Рәсми операторҙар иһә маршрут схемаларын һәм хәрәкәт теҙмәһен боҙа, – тине күҙәтеү органы етәксеһе.
Радий Хәбиров ведомствоға эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм “ларгус”тарҙағы легаль булмаған ташыусыларҙы асыҡлау буйынса эште дауам итергә ҡушты.
– “Ларгустар” буйынса һеҙҙең менән тулыһынса ризамын. Күпме авариялар булды улар арҡаһында. Дөйөм эште дауам итергә кәрәк. Беҙ һеҙҙең менән ике йыл элек уларға "һуғыш" иғлан иткәйнек, еңел булманы, әлбиттә. Тик беҙ был тәңгәлдә тәртип булдырырға тейешбеҙ, – тине республика етәксеһе.