Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡсылары юғалған иргә ҡағылышлы енәйәтте асыҡлаған.
Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр майҙа Ишембайҙа йәшәгән ҡатын улының юғалыуы тураһында хәбәр иткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, улы кис йөрөргә сыҡҡан да кире әйләнеп ҡайтмаған.
Тикшереү юғалған кешенең һуңғы тапҡыр 37 йәшлек танышы менән бергә булғанын асыҡлай. Һорау алыу ваҡытында нәҡ шул әҙәм ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танып, мәйетте йәшергән урынды күрһәтә.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, фажиғә булыр көндә ике ир баҡса йортонда осрашып эсә, һуңынан талашып китә. Шунда енәйәттә ғәйепләнеүсе танышын бау менән быуып үлтереп, кәүҙәһен баҡса ерендә йәшерә.
Ғәйепләнеүсегә ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә мәйет суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.