Хәүефһеҙлек
9 Февраль 2021, 16:45

Белоретта - ҡанлы фажиғә

Хужа кеше ҡуртымға бирелгән фатирына килеп инһә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын тиерлек республиканың төрлө ҡала һәм райондарында ҡот осҡос ваҡиғалар, фажиғәле хәлдәр, үлемесле авариялар теркәлеп тора.
Кисә йәнә Белорет ҡалаһында бер фажиғәле ваҡиға асыҡланған. Ҡуртымға бирелгән фатирҙарҙың береһендә 52 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Уны тәүгеләрҙән булып йорт хужаһы асыҡлай һәм ҡанлы яраларҙы күреү менән полицияға хәбәр итә.
Ваҡиға урынында тикшереү-оператив төркөмө эшләй, криминалистар белдереүенсә, мәйет яҡынса ике тәүлек ятҡан. Ирҙең мәйете суд-медицина экспертизаһына оҙатылған, шулай уҡ ваҡиға урынынан ике бысаҡ, мәрхүмдең кейемдәре, ҡан таптары, бармаҡ эҙҙәре алынған.
Фото: inkazan.ru
Читайте нас