Бөгөн таң менән Өфө янында, М5 трассаһында булған авария ике ғүмерҙе өҙҙө. Һамар - Өфө - Силәбе юлының 1480-се километрында "lexus" еңел автомобиле менән "Тонар" йөк машинаһы бәрелешә. Билдәле булыуынса, еңел автомобиль Силәбе йүнәлешендә китеп барған.
Бәрелеш бик көслө була. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, еңел автомобилдәге ике кешенең дә ғүмере авария урынында өҙөлә. Әлегә тиклем аварияның сәбәптәре һәм үлгән кешеләрҙең шәхестәре билдәле түгел.
Ҡайһы бер кешеләр, ҡиммәтле автомобиль хәүефһеҙ тип уйлай һәм уларҙа ҡыуырға ярата. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур йөк машиналарына бер төр транспорт та ҡаршы тора алмай. Автомобилгә ултырып, юлға сығыу - үҙеңде ниндәйҙер кимәлдә хәүефкә дусар итеү. Шуға күрә имен килеш ҡайтыу өсөн барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк.