Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2021, 00:30

Икеһен дә ҡотҡара алмайҙар...

Бөгөн кис республикала тағы ла фажиғәле хәл булды.

Бөгөн кис Бәләбәй районында тағы ла фажиғәле хәл булды.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы автомобиль юлының 10-сы саҡрымында "Нива" менән "Митсубиши Паджеро" автомобилдәре бәрелешә. Тәүгеһенең водителе һәм пассажиры ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла, әммә табиптар уларҙы ҡотҡара алмай, икеһе лә йән бирә.
Әле юлдар тайғаҡ, боҙлауыҡ. Ашығыу, тиҙлекте арттырыу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, көтөлмәгән хәрәкәттәр эшләү айырыуса хәүефле. Ә яуапһыҙлыҡтың хаҡы бит ҡиммәткә төшә. Уйлаһаҡ ине...
Фото Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.
Читайте нас: