Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Февраль 2021, 00:00

Самолетты бәлә көткән

Бортта 98 пассажир һәм биш экипаж ағзаһы була...

Кисә “Рәсәй” авиакомпанияһының “Санкт-Петербург – Өфө” маршруты буйынса осҡан самолеты, техник боҙоҡлоҡ сәбәпле, кире боролорға мәжбүр була.
Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ваҡыты менән 21.00 сәғәттә борт Пулково аэропортына төшә. Самолетта 98 пассажир һәм биш экипаж ағзаһы була. Бер кем дә зыян күрмәй.
Пассажирҙар сәғәт ярымдан һуң резерв самолетта Өфөгә оҙатыла.
Петербург транспорт прокуратураһы инцидент сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү башлаған.
Фото: swtour.ru
Читайте нас в