Хәүефһеҙлек
12 Февраль 2021, 11:55

Ут ике баланың ғүмерен өҙгән

Малайҙарҙың береһе - 2015, икенсеһе 2016 йылда ғына тыуған булған... Ата-әсәләр, өлкәндәр! Ҡышҡы йылытыу осоронда зинһар уяулыҡты юғалтмайыҡ!

Бөгөн, 11.46 сәғәттә, Мәләүез районының Ергән ауылындағы йортта янғын сығып, ике баланың ғүмерен өҙҙө. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Ергән ауыл советының янғын һүндереү командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, янғында 2015 һәм 2016 йылғы малайҙар һәләк булған. Тағы бер баланы – 2012 йылғы малайҙы Салауат ҡалаһы дауаханаһына медицина тикшереүенә оҙатҡандар. Балаларҙың әсәһе - 1990 йылғы ҡатын да дауаханаға килтерелгән.
Янғын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә өс берәмек техника һәм 11 кеше ҡатнашҡан. Фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау эше дауам итә, урында оператив тәфтиш төркөмө эшләй.
Ҡышҡы осорҙа янғын осраҡтарының артыуы борсоуға һала, балалар үлеме тетрәндерә. Йорттарға янғын сығыуын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыуға иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге, ут сығыу хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһимлеге - көн кеүек асыҡ. Ата-әсәләр, өлкән йәштәгеләр уяулыҡты юғалтмаһын ине.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас