Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2021, 10:00
Иғтибарлы булығыҙ: юлдарҙа рейдтар бара
Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов был хаҡта ниндәй аңлатма бирҙе?
Юлдарҙа аварияларҙы кәметеү маҡсатында Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы ял көндәрендә профилактик рейдтар үткәрә. Был аҙнала ла юл хәрәкәте инспекторҙары экипаждары ошо йүнәлештә әүҙем эшләй.
"Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, республика халҡы һәм ҡунаҡтар! Аҙна аҙағында юлда хәрәкәт көсәйеүенә бәйле, шулай уҡ ҡайһы бер йәйәүлеләрҙең, водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы сәбәпле тыуған хәлде ҡырҡыулаштырыуға юл ҡуймау маҡсатында Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы тағы ла рейдтар уҙғара. Руль артына эскән килеш ултырған водителдәрҙе асыҡлауға айырыуса иғтибар бирелә", - тине Динар Ғилметдинов.
Юлдарығыҙ имен булһын, юлланған ерегеҙгә иҫән-һау барып етегеҙ!
Фото "Башҡортостан" гәзите архивынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"