Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2021, 12:00

"Улығыҙ аварияға эләкте..."

Әсәләр балаларына ярҙам итеү өсөн 500 мең һумға тиклем аҡса күсергән, ләкин...

Еңел юл менән аҡса эшләргә теләгән берәүҙәр йыл башынан “улығыҙ аварияға эләкте, мәсьәләне хәл итеү өсөн аҡса күсерегеҙ“ тигән схема буйынса эш итеп, 1,5 миллион һум аҡсаны кеҫәһенә һалған.
Уларҙың тоҙағына Салауат, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәгән ҡатындар эләккән. Кемдер мут егеттәргә биш мең һум, икенселәр балаларына ярҙам итеү өсөн 350 һәм 500 мең һум аҡса күсергән.
Енәйәтселәрҙе бер нисә хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы эҙләү менән шөғөлләнә. Ниһайәт, бурҙарҙың эҙенә төшәләр. Уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында тоталар. 20 һәм 30 йәшлек ир-егеттәр һорау алыуҙа ғәйептәрен таныған, тикшереү барышында ун телефон, 127 сим-карта, банк картаһы табылған.
Мутлашыусылар көндән-көн артҡан мәлдә һәр кемдән уяулыҡ, һиҙгерлек талап ителә.
Фото: Lenta.ru
Читайте нас: