Хәүефһеҙлек
14 Февраль 2021, 20:00

Юлдарҙа сикләү индерелде

Киске сәғәт 8-ҙән ул ғәмәлдә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, М5 трассаһының Ырымбур өлкәһендәге, Татарстан һәм Башҡортостан республикаларындағы 1194+500 саҡрымындағы участкаларында пассажирҙар автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорттары өсөн сикләү индерелде.
Сәбәбе: һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы - көслө буран, ҡар, юлдың насар күренеүе.
Юл хеҙмәттәре федераль тәғәйенләнештәге автомобиль юлдарында хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеү өсөн барлыҡ сараларҙы күрә. Көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуған осраҡта "Урал буйы" юл идаралығына 7(347) 286-07-18, 7917-046-79-53 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас