Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғын осраҡтары теркәлмәгән көн юҡ. Көн һайын ут сығыу, ошо сәбәпле һәләк булғандар хаҡында борсоулы хәбәрҙәр еткерергә мәжбүрбеҙ. Бөгөн йәнә бер аяныслы ваҡиға Хәйбулла районының Маҡан ауылында теркәлгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәте буйынса, Маҡан ауылындағы Ишембай урамында урынлашҡан ике фатирлы йорт янған. Һүндереүселәр килеп еткәндә, ут йортто тулыһынса ялмап алған була. Аҙаҡ көл-күмер өйөмөндә 49 йәшлек ҡатындың һәм 54 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла.
Әле фажиғәнең сәбәптәре тикшерелә.
Ҡышҡы осорҙа йылытыу ҡорамалдары менән бик һаҡ булыу, өйгә янғын иҫкәртеүсе ҡоролманы мотлаҡ ҡуйҙырыу кәрәклеген йәнә берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ут менән шаярмағыҙ. Янғын бер кемде лә аямай, аҙ ғына һаҡһыҙлыҡ, эскелек, бәләкәй генә осҡон ҙур фажиғәләргә килтерә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышығыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.