Хәүефһеҙлек
19 Февраль 2021, 11:00

Һамар водителенең хатаһын ҡабатламағыҙ!

Бер кем дә, уға ярҙам итәм тип, туҡтарға ашыҡмаған...

Ҡотҡарыусылар водителдәрҙе иҫкәртеүҙән туҡтамай: ”Алыҫ юлға сығаһығыҙ икән, айырыуса ҡыш көндәрендә, бензин менән генә түгел, йылы кейемдәр менән дә запасланығыҙ!” Тик йыш ҡына водителдәр иҫкәртеүҙәрҙе ҡолағына ла элмәй, шул арҡала бәләгә тарый.
Өфө - Белорет юлында йөк автомашинаһы водителенә ашығыс ярҙам кәрәклеге тураһында ҡотҡарыусыларға хәбәр килә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында әйтеүҙәренсә, Һамарҙан оло юлға сыҡҡан водитель машинаһында бензин аҙлығын абайламаған, юлда кинәт туҡтағас, уҙып барыусы машина водителдәренән ярҙам һорарға маташҡан. Тик бер кем дә туҡтамаған.
Водитель ныҡ ҡына өшөгән, ҡурҡыуға төшкән. Бәхеткә ҡаршы, ҡотҡарыусылар тиҙ килеп еткән, өшөп туңған ирҙе йылытып, яҡындағы автозаправкалау станцияһына барып етергә ярҙам иткән. Уның машинаһын тоҡандырып, юлға сыҡҡанын күреп, хәйерле юл теләп оҙатып ҡалғандар. Был ваҡиға, моғайын, уның өсөн ғүмерлек һабаҡ булыр.
Фото:drive2.ru
Читайте нас