Бөгөн Башҡортостандың Йылайыр районында юл фажиғәһе теркәлгән: Ира - Магнитогорск трассаһында, Берҙәш ауылынан ун километр алыҫлыҡта, "Лада Гранта" менән "Toyota Highlander" еңел автомобилдәре бәрелешә.
Урынға ЮХХДИ инспекторҙары, "Ашығыс ярҙам" табиптарынан тыш, ҡотҡарыусылар ҙа саҡырыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре "Лада Гранта" автомобиленән үлгән ҡатындың кәүҙәһен саҡ һөйрәп сығара. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике машинала алты кеше була. Уларҙың береһе һәләк була, өс кеше йәрәхәтләнә. Йәрәхәтләнгәндәр араһында бәләкәй бала ла бар. Ике кеше зыян күрмәгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика кешеләрен һәм ҡунаҡтарын йәнә иҫкәртә: рулдә үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Алыҫ юлға сыҡһағыҙ, үҙегеҙ менән йылы әйберҙәр, яғыулыҡ запасы алырға онотмағыҙ. Тиҙлек режимын һаҡларға, автомобилдәр араһында дистанцияны тоторға һәм уҙып китеү ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Был ябай ғына тәртип өлгөләре ғүмерегеҙҙе һаҡлар.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.