Бәхетһеҙ осраҡ кисә Өфөнөң Блюхер урамындағы төҙөлә башлаған йорттарҙың береһендә теркәлгән. 18 февралдә хәбәрһеҙ тип иғлан ителгән ир үҙе эшләгән төҙөлөш объектына эшкә киткән һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшсенең кәүҙәһе лифт шахтаһында табылған. Уны үҙаллы сығара алмағас, төҙөүселәр ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән.
Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идараһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ирҙе төҙөлөш ҡалдыҡтары ҡаплаған һәм лифт шахтаһының ишелеү ҡурҡынысы ла булған. Шунлыҡтан ҡотҡарыусыларға 57 йәшлек ирҙең мәйетен альпинист ҡорамалдары ярҙамында сығарырға тура килгән.
Ирҙең кәүҙәһе полиция органдарына тапшырылған, улар үлем осрағын, ваҡиғаның сәбәптәрен тикшерә.
Һуңғы ваҡытта эш урынында үлемгә бәйле һәләкәттәр күбәйҙе, шуға күрә һәр кемгә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, эштәге бар талаптарҙы теүәл башҡарыу мотлаҡ.