21 февралдә иртә таңда - 4.44 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында янғын сығыуы тураһында мөрәжәғәт килә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, ҡотҡарыусылар килеп етеүгә, 8-гә 8 метр ҙурлыҡтағы ағас өйҙө ут ялмаған була. 6.20-лә уны тулыһынса һүндереүгә өлгәшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар бар - ут һүндереүселәр өй эсендә 60 һәм 57 йәшлек ирҙәрҙең йәнһеҙ кәүҙәләренә юлыға.