Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Февраль 2021, 21:00

Ҡаргиҙәр боҙ аҫтына киткән...

Әгәр егеттең атаһы булмаһа...

Үткән дүшәмбелә ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә Иглин районындағы ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр килгән.
Кискеһен Охлебинин ауылы эргәһендә егет ҡаргиҙәрҙә барғанда Ағиҙел боҙо аҫтына төшөп китә. Атаһы ашығыс рәүештә ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә шылтырата.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәш кеше һыуҙан үҙаллы сығып, ярға барып еткән. Ҡаргиҙәрҙе йылғанан сығарып булмаҫы билдәле. Егеттең һаулығын ашығыс ярҙам бригадаһы хеҙмәткәрҙәре тикшергән, тик ул дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.
Бәлә аяҡ аҫтында ғына. Боҙға хатта селлә һыуыҡтарҙа ла ышанырға ярамағанын тәжрибәлеләр яҡшы белә. Ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа, һаҡланыу сараларын инҡар итмәҫкә саҡырабыҙ.
Фото: UfaTime.ru
Читайте нас в