Ҡышҡы сатлама һыуыҡ күптәрҙең үҙәгенә үтергә өлгөрҙө. Ун сәғәттән ашыу февраль һыуығында көрткә батҡан машиналарҙа төн үткәргән кешеләрҙең хәлен аңларға була.”Эхо Москвы” радиостанцияһы бәләгә тарығандар менән әңгәмәләшкән.
Ваҡиға Благовар районының Күллеҡул һәм Өйҙөрәкбаш ауылдары араһындағы юлда була. Был юл участкаһы урман аша үтә, өҫтәүенә уға асфальт һалынмаған.
Кискә табан яуған ҡар юлға көрт һалған, шул арҡала водителдәр был араны үтә алмаған. Ҡатынын ҡаршыларға тип юлға сыҡҡан ир машинаһы менән батҡас, бәләгә тарыуы хаҡында хәләл ефетенә хәбәр итә. Ҡатыны уға ярҙамға тағы ла бер туғанын эйәртеп килә. Өсәүләп этеп тә машинаны сығара алмағас, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итәләр. Тик, ни өсөндөр, ярҙам ваҡытында килмәй.
Ошо уҡ участкала тағы бер Өфө кешеһе машинаһы менән көрткә бата. Ул предприятие хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ярҙамға ебәрелгән махсус техника юлда ватыла. Шулай итеп, автомобилистарға төндө юлда үткәрергә тура килә. Ярҙам бөгөн, 24 февраль иртәһендә килеп еткән, машиналар ҡар ҡамауынан сығарылған.