Хәүефһеҙлек
27 Февраль 2021, 06:00

“Башҡортостан” гәзите эшенә - лайыҡлы баһа

Башҡортостандың Юғары суды үткән йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны.

Башҡортостандың Юғары судында республика судтарының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Сарала төбәк судтарының эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде. Был исемлек менән Башҡортостан Юғары суды Советы рәйесе Татьяна Писарева таныштырһа, бүләктәрҙе Башҡортостан Юғары суды рәйесе Земфира Латипова тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашырға теләк белдереп 21 ғариза бирелгән, һөҙөмтәлә 605 мәҡәлә, очерк, әңгәмә, репортаж, социаль селтәрҙәрҙә баҫылған мәғлүмәт, 36 видеояҙма һәм радиосюжет тәҡдим ителгән. 2019 йыл менән сағыштырғанда, конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләр һаны йөҙ процентҡа артҡан.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, “Иң яҡшы мәҡәлә” номинацияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ксения Калинина – беренсе, “Тумазинский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Алексей Шильников – икенсе, “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге мөдире Рәмилә Мусина һәм “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова өсөнсө урынға лайыҡ булды. “Иң яҡшы видеосюжет / радио материал” номинацияһында беренсе урын – Күмертау ҡалаһынан “АРИС” телерадиокомпанияһында.
“Башҡортостан Республикаһының суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм оҫта яҡтыртҡан өсөн” номинацияһында киң мәғлүмәт саралары коллективтары араһында беренсе урын – “РБК-Уфа” порталы редакцияһына, икенсе урын – “Башҡортостан” гәзите редакцияһына, өсөнсө урын “Буздякские новости” һәм “Иглинские новости” гәзиттәренә бирелде. Шулай уҡ “Комсомольская правда–Уфа” нәшриәте хәбәрсеһе Павел Крайновҡа Башҡортостан Республикаһы Судьялары советының Рәхмәте белдерелде. Шулай уҡ “Спутник нуримановца” һәм “Красный Ключ.НурИман” гәзите редакцияларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Иң яҡшы матбуғат секретары / Иң яҡшы матбуғат хеҙмәте” номинацияһында Өфө районы судының Киров район суды дөйөм бүлеге начальнигы Анжелла Сафиуллина еңеү яуланы, икенсе урын – Белорет район-ара суды консультанты Гөлнара Мөхәмәтшинаға, өсөнсө урын Нефтекама район-ара судының консультанты Данил Дауытовҡа һәм Иглин район-ара судының матбуғат хеҙмәтенә бирелде. Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек иткән өсөн Күмертау район-ара суды консультанты Эльзара Әҙеһәмова, Туймазы район-ара суды консультанты Гөлнара Мөхәмәтйәнова, Стәрлетамаҡ ҡала суды консультанты Алина Должикова һәм Краснокама район-ара судының матбуғат хеҙмәте Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Сараны Башҡортостан Республикаһының Судьялар советы, Суд департаменты идаралығы һәм Башҡортостандың Юғары суды ойоштора.
Фото: Башҡортостан судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас