Хәүефһеҙлек
26 Февраль 2021, 19:15

Софияға 12 генә йәш...

Ҡыҙыҡай өйөнән бөгөн, 26 февралдә, сығып киткән.

Әлеге ваҡытта Өфөлә 12 йәшлек София Старцеваны эҙләй башланылар. Был турала "Лиза Алерт" эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итә.
Бала 26 февралдә өйөнән сығып киткән. Туғандары һәм яҡындары уның ҡайҙалығын белмәй.
Эҙәрмәндәр белдереүенсә, ҡыҙ ҡара ҡыҫҡа пуховик, ҡара джинсы салбар, алһыу төҫтәге бәйләнгән шапка, ҡара кроссовки кейгән.
Софияның билдәләре: буйы 160 сантиметр, сәстәре ҡара, күҙҙәре көрән төҫтә.
Уны күргән кешеләрҙән шунда уҡ полицияға 02 телефонына йәки ирекмәндәргә (8-800-700-54-52) шылтыратыуҙы һорайҙар.
Фото: "Лиза Алерт".
Читайте нас