Хәүефһеҙлек
28 Февраль 2021, 10:00

Ҡеүәтле машиналар бәрелешкәс...

Ҡурҡыныс авария ҡорбанһыҙ үтмәгән. Ә ғәйепле шундуҡ ҡасҡан. Асыҡланыуынса...

Кисә кискә ҡарай Иглин районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Был турала республиканың ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. М5 трассаһының 1520-се километрында фура менән “КамАЗ” бәрелешә.
Билдәле булыуынса, “КамАЗ” 10 тонна ауырлығындағы суйын әйберҙәр алып барған. Был машинаға 43 йәшлек Белгород өлкәһе кешеһе идара иткән. Ҡаршы килгән “Volvo” арбалы ҙур йөк машинаһы руле артында 36 йәшлек Тверь өлкәһе кешеһе ултырған. Уның арбаһына өс “Беларусь” тракторы тейәлгән булған.
– “КамАЗ” менән фура төкөшкәс, суйынлы йөк ҡаршы килгән өсөнсө йөк машинаһы “Mercedes-Benz Actros”ҡа бәрелгән. Һөҙөмтәлә “КамАЗ” водителе шул урында һәләк булған. “Volvo” водителе йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Әле тикшереү бара, – тинеләр ЮХХДИ-нан.
Һәм бына бөгөн генә асыҡланыуынса, ҙур аварияға “Газель” водителенең ҡыҫылышы булған.
"Тикшереү барышында был аварияға “Газель” водителенең ҡыҫылышы барлығы асыҡланды. 37 йәшлек Өфө кешеһе авариянан һуң урындан ҡаса. Тиҙ арала кемлеге асыҡлана. Уны табыуға федераль һәм республика юлдарына ҡуйылған фотовидеофиксация камералары ярҙам итте. Тикшереү дауам итә", – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас